Уҡытыусыларға
___________________________________________________________________
Уҡыу эшмәкәрлеге һәм кластан тыш саралар өсөн
  • 1
    "З. Биишева" "Ҡасим Әхмәров презентация" "Ҡояш ярсыгы" "МО родные" "Исхаҡова, Шәжәрә" "Ҡол Ғәли. Йософ ҡиссаһы" "Мәҡәлдәр" "Назар Нәжми презентация, Мусина" "Назар Нәжми, кластан тыш сара" "Һеҙҙең тормош- үҙе батырлыҡ" "Шаяндар"
  • 2
    Кластан тыш саралар
    Байрамдарға, конкурстарға сценарийҙар

Башҡорт теле-туған телем

Маҡсат: Әсә теленә ҡарата һөйөү,ихтирам,ғорурлыҡ тойғолары уятыу,балаларҙың телмәрен халҡыбыҙҙың мәҡәлдәре,йырҙары,бейеүҙәре тураһында белемдәрен байытыу.
Йыһазландырыу: компьютер, презентация.
(Ҡурай моңо яңғырай)
- Хәйерле көн, уҡыусылар!
Хәйерле иртә, алһыу таңдарға,
Хәйерле иртә, зифа талдарға,
Хәйерле иртә, наҙлы елемә,
Хәйерле иртә, тыуған еремә.
-Беҙ бөгөн туған еребеҙгә,туған телебеҙгә бағышланған сараға йыйылдыҡ.Һәр кешенең иле бер генә булған кеүек,туған теле лә бер генә.
Сәхнәләштереү:
-Һин кем булаһың?
-Мин башҡорт балаһы.
-Илең ҡайҙа?
-Сал Урал итәгендә
-Ватаның бармы?
-Ватаным Башҡортостан.
-Ниндәй телдә һөйләшәһең?
-Башҡорт телендә.
Йыр “ Ерем,илем,телем”(ҡыҙҙар йырлай)
-Туған тел хаҡында фекер йөрөткәндә,беренсе сиратта шағирҙар ижадына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ысынлап та ,шағирҙар - улар ысын һүҙ оҫталары,һүҙҙең ҡәҙерен белеүселәр,халыҡтың телен һәм рухын һаҡлаусылар.М.Аҡмулла,М.Кәрим,З.Биишева,Б.Бикбай,Р.Ғәрипов,Р.Бикбаев кеүек әҙиптәр тел тураһында илһамланып ижад иткәндәр.
(Уҡыусылар шиғырҙар һөйләй)
-Башҡорт халҡы-тәбиғәт балаһы, ул йыр-моңға бай,бейеүҙәре генә ни тора. Беҙҙең Борай бейеү коллективтары менән дә танышып үтәйек. Халыҡ бейеүҙәрен башҡарыусы “Дуҫлыҡ”, “Ынйы”, “Нур” коллективтары төрлө конкурстарҙа ҡатнашып дипломдар яулап ҡайталар.
Тыпыр-тыпыр,тыпырҙашып
Бергә баҫайыҡ әле
Уйнап-көлөп, йырлап-бейеп
Күңел асайыҡ әле
Бейеү (Милана башҡарыуында)
-Уҡыусылар, билдәле шағирҙар ғына башҡорт телен ярата икән тип ултырмағыҙ.Арабыҙҙа икенсе милләт уҡыусылары ла башҡорт телен уҡырға теләк белдергәндәр бик күп . Үҙ телен дә онотмай, икенсе телде лә өйрәнә. (Башҡортса һәм үҙ телендә шиғыр һөйләгән уҡыусы)
-Һәр кем өсөн ғәзиз был һүҙ.Тыуған йортобоҙҙоң,тыуған илебеҙҙең ҡәҙерле булыуына иң элек туған тел аша тоябыҙ.Мәҡәлдәр,йомаҡтар,моңло йырҙарыбыҙҙы,әкиәттәребеҙҙе туған тел аша ишетәбеҙ.
(1 класс уҡыусылары әҙерләгән «Шалҡан »әкиәтен ҡарарға саҡырам.)
-Уҡыусылар,ошо ике мәҡәлдең ҡайһыһы ,беҙҙең әкиәткә тап килә?
Берҙәмлектә –көс.
Ололарҙы ололау-яҡшылыҡтың билдәһе.
Тел тураһында шиғырҙар, йырҙар ғына түгел,ә мәҡәлдәр ҙә бик күп.Әйҙәгеҙ әле шулар менән танышып китәйек:
Тел –күңелдең көҙгөһө.
Татлы тел таш ярыр.
Теле юҡтың иле юҡ.
-Күреүегеҙсә ата-бабаларыбыҙ борон-борондан үҙ туған теленә һаҡсыл булған. Быуаттар буйына тупланған аҡыл хазинаһын тел аша беҙгә еткерергә тырышҡан.
-Беҙ шундай матур Борай ерендә йәшәйбеҙ,тәбиғәтебеҙ бик матур,халҡыбыҙ аҡыллы .
Барыбыҙ ҙа рәхәтләнеп
Байрам итәйек әле
Уйнап –көлөп, йырлап-бейеп
Күңел асайыҡ әле
(Ғилемшина Юлиә башҡарыуында Борай ауылы көйө)
-Нур балҡыта тормош күгендә
Йыр булырлыҡ һүҙҙәр биргән
Матур телем, туған телем
Рәхмәт һиңә! (Хор менән):
-Бейе,бейе бейеүсе
Иҙәндәре һелкенһен
Бейеүсегә һүҙ әйтмәгеһ
Бейеүсе бит-беренсе!
( Исхаҡова Гөлназ бейей)
-Халҡым минең,баян тартып
Башҡорт моңон көйләне
Бөтөнөһөн төшөндөрөп
Ил тарихын һөйләне
(Иҙиәтуллин Рәсүл баян уйнап ишеттерә)
-Башҡорт халҡының теле,ере өсөн көрәшкән батырҙарыбыҙ бик күп. Кемдәрҙе беләһегеҙ? Илебеҙҙең тыныс тормошон һаҡлаусыларға бағышлап Миндийәров «Батырҙар» тураһында йыр башҡара.
-Хушлашҡанда һуңғы теләк беҙҙән,
Көн артынан матур көн тыуһын.
Тыуған илдең,тыныс аяҙ күге
Гел яҡтырһын,күңелләнеп торһон!
Телебеҙҙе онотмайыҡ,һаҡлайыҡ һәм яҡлайыҡ!
Йыр «Туған телем»


Туған телдәргә арналған әҙәби-музыкаль кисә

Туған телем - иркә гөлөм.


1-се а.б. Һаумыһығыҙ! Һаумы әле!
Ниндәй матур һүҙ икән.
Һәр күңелде йылытырлыҡ,
Һәр кемгә лә үҙ икән.
2- се а.б. “Исәнмесез” дип башлыйм әле,
Танышу бит шулай башлана.
Сезнең белән очраштык бит, дуслар
Күңелебез шуңа шатлана!
1-се а.б. - Хөрмәтле уҡытыусылар һәм уҡыусылар! Туған телдәргә арналған “Туған телем- иркә гөлөм” тип аталған әҙәби- музыкаль кисәбеҙҙе башлайбыҙ.
2-се а.б. Дөнъяда һәр чак халыкның рухи хазинасы, халыкны халык иткән бер булмышы бар. Ул – тел. Безнең телебез бик матур һәм күркәм. Безнең, киләчәк буынның төп бурычы – телебезне саклау. Тел өчен көрәш – милләт өчен көрәш ул.
1-се а.б. Шиғырҙарында ла, йырҙарында ла, көйҙәрендә лә, бейеүҙәрендә лә халыҡ үҙ туған телен данлаған. Моң менән тулы башҡорт бейеүенә һоҡланмау мөмкинме ни?
1-се а.б.
Зәйнәб Биишева тураһында презентация.
1-се уҡыусы. Моң шишмәһе һандуғастай йырсы ла һин,
Һығылма бил тал сыбыҡтай нәфис тә һин,
Аллы -гөллө гөл-сәскәләй наҙлы ла һин,
Эй, илһамлы, эй, хөрмәтле башҡорт теле.
2-се уҡыусы. Күгәреп ятҡан Уралыңдай бай, йомарт һин,
Серле ҡамыш ҡурайыңдай ҡарт, олпат һин,
Күпте күргән сәсәнеңдәй йор, зирәк һин,
Эй, һөйөклө,эй, ҡәҙерле башҡорт теле.
3-сө уҡыусы. Диңгеҙҙәргә тиңләмәйем – тәрәнһең һин,
Айға-көнгә тиңләмәйем – гүзәлһең һин,
Ҡаяларға тиңләмәйем – бөйөкһөң һин,
Эй, хикмәтле, мәрхәмәтле башҡорт теле.
4-се уҡыусы. Иң тәү миңә һин күрһәттең дуҫлыҡ юлын,
Минең өсөн һин бит йәшәү, бәхет үҙең.
Мәңге йәшә, эй, һөйөклө башҡорт теле,
Атам теле, әсәм теле – минең телем.

2-се а.б. Туган тел! Һәркем өчен дә газиз сүз бу. Иң кадерле “әти”, “әни”, “әби”. “бабай” сүзләрен туган телдә әйтәбез. Туган телебезнең, торган җиребезнең кадерле булуын без иң элек туган тел аша тоябыз..
1-се а.б. Беҙҙең туған телебеҙ гәлсәр шишмәләр сафлығын, баллы һауаһын, тәбиғәт матурлығын, халҡыбыҙҙың сабыр холҡон, йырҙарының моңон, йәшәү матурлығын сағылдыра. Элек- электән йор һүҙле сәсәндәр телен, илен данлап бәйгеләр ойошторғандар.
(сәсәндәр тураһында презентация)
1-се а.б. Тел – халыҡтың иң ғәзиз бүләге, йәшәү, аралашыу рәүеше. “Теле барҙың иле бар, иле барҙың – даны бар,”- ти сәсәндәр.
Туған тел... Ул кешене белемле, аҡыллы, йыйнаҡ фекерле, тотанаҡлы, ғилем донъяһына ынтылыусан итеп тәрбиәләй. Кешенең үҙ иленең патриоты, үҙ халҡының улы, ҡыҙы булыуы ла туған телгә бәйләнгән. “Телде үҫтергән, илде үҫтергән”,- ти халыҡ мәҡәле. Шуның өсөн телебеҙҙе һаҡлайыҡ, үҫтерәйек.
2-се а.б. Туган телемдә сөйләшеп
Яшим мин туган илдә.
«Туган ил» дигән сүзне дә
Әйтәм мин туган телдә.
Иң изге хисләремне мин
Туган телдә аңлаттым.
Шуңа күрә туган телне
Хөрмәтлим мин, яратам.

1-се а.б. – Эйе, туған телебеҙҙе яратҡанда ғына беҙ алға киткән, оҙон ғүмерле, иле, теле бар милләт булырбыҙ.
Ниндәй оло ҡыуаныс бит – үҙ телеңдә һөйләшә белеү. Ә тағы ла үҙ еребеҙҙә, үҙ телебеҙҙә йырлау!
2-се а.б. “Ерем, илем, телем” йыры.
1. Башҡорт телендә һөйләшәм,
Башҡорт телендә.
Минең йәшәү тамырҙарым
Башҡорт ерендә.
2.Туған телем, һин халҡымдың,
Былбыл тауышы.
Быуаттарҙан быуаттарға
Ҡанат ҡағышы.
3.Киң Уралым, йырлап аға
Һинең һыуҙарың.
Алыҫ-алыҫ яңғырайҙар
Һинең моңдарың.
1-се а.б. Рәми Ғариповтың “Туған тел” шиғыры.
1-се а.б. Башҡорттар өсөн башҡорт теле- туған тел, татарҙар өсөн татар теле- туған тел. Ике туғандаш тел бик күп ептәр менән бәйләнгән. Туған телен яҡшы белгән кешегә урыҫ телен, шулай уҡ башҡа телдәрҙе өйрәнеү күпкә еңелерәк.
Ғ. Туҡай . “Туған тел” шиғырын 3 телдә һөйләү.
1-се а.б. – Беҙҙең мәктәптә туған телдәрҙе өйрәнеүгә ҙур иғтибар бирелә. Йыл һайын район кимәлендә төрлө сараларҙа ҡатнашабыҙ. Халҡыбыҙҙың милли йолалары аша киләсәк быуында туған телгә, мәҙәниәткә ҡарата һөйөү тәрбиәләйбеҙ.
1-се а.б. Өйҙә туғандарың, яҡындарың, таныштарың менән туған телеңдә аралаш. Милли йолаларға иғтибарлы бул, ҡәрҙәш-ырыуың менән тығыҙ бәйләнеш тот.
(шиғыр һөйләү)
1-се а.б. Телдең киләсәге, тимәк, илдең яҙмышы һеҙҙең ҡулда, ҡәҙерле уҡыусылар. Ҡайҙа йәшәүеңә ҡарамаҫтан, туған телеңде онотма!
2-се а.б. Башка милләт кешеләрен, бүтән телләрне дә ихтирам ит. Ә үз милләтеңнән булганнарны туганың кебек күр, кирәк чакта ярдәмләш.
(Бейеү)
1-се а.б. Ошоноң менән беҙҙең әҙәби-музыкаль кисәбеҙ тамам. Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт!

Башҡортостан – тыуған ерем!

Маҡсат: Башҡортостан тураһындағы белемдәрҙе ҡабатлау, башҡорт халҡының мәҙәниәтенә һәм тарихына ҡыҙыҡһыныу уятыу, һөйләү телмәрен үҫтереү, белемде арттырыу, тыуған ергә һөйөү уятыу.
Йыһазландырыу: компьютер, ҡурай, ҡумыҙ моңдары, карточкалар.
Эпиграф:
Сәләмләйбеҙ һауаны
Именлек булһын өсөн,
Сәләмләйбеҙ Ер – әсәне
Беҙҙе туйҙырған өсөн,
Сәләмләйбеҙ дуҫтарҙы
Гел дуҫлыҡ булһын өсөн!
Кластан тыш сара барышы:
l. Инеш өлөш.
Уҡытыусының һүҙе:
- Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Хәйерле көн! Ҡәҙерле балалар, бөгөн мин һеҙҙе шаяндар һәм тапҡырҙар клубына саҡырҙым. Беҙҙең дәрескә ике команда ҡунаҡҡа килгән. Беренсе команда – Урал батыр, икенсеһе – Аҡбуҙат. Ҡаршы алайыҡ! Бөгөн улар көс һынашасаҡтар. Ҡайһы команда көслөрәк икән, ҡайһы команда тыуған ерен яҡшыраҡ белә икән?! Бының өсөн командаларға бер нисә һынау үтәргә буласаҡ. Әйҙәгеҙ, башлайыҡ!
2. Төп өлөш.
Беренсе һынау: командалар үҙҙәре менән таныштырып китәләр.
1-се команда: Командының исеме – Урал батыр. Девиз: кем эшләмәй – шул ашамай.
2-се команда: Командының исеме – Аҡбуҙат. Девиз: тырышҡан ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан.
Икенсе һынау: Капитандар ярышы. (Яттан шиғыр һөйләү).
1-се капитан:
Тыуған илем, тыуған ерем,
Минең Башҡортостаным,
Имен булһын, аяҙ булһын
Көндәрем һәм ал таңым.
2-се капитан:
Милләтем – урыҫ,
Ләкин тыуған ерем
Гүзәл Башҡортостан илендә,
Шуға ла мин теләп өйрәнәм
Һөйләшергә башҡорт телендә.
Өсөнсө һынау: «Артыҡ һүҙҙе тап» конкурсы. Һеҙгә карточкалар таратам, шундағы һүҙҙәрҙән артыҡ һүҙҙе ҡәләм менән аҫтына һыҙаһығыҙ.
1) Мостай Кәрим
Рәми Ғәрипов
Зәйнәп Биишева
Әхмәт Лотфуллин
Мәжит Ғафури
2) Мәләүез
Күмертаү
Ырымбур
Өфө
Салауат
Дүртенсе һынау: викторина һорауҙарына дөрөҫ яуап биреү. Хәҙер таҡтаға капитандар сыға, өҫтәлдә ятҡан һорауҙарҙы алып, үҙенең командаһына уҡыйҙар.
1-се командаға һорауҙар:
Беҙ ниндәй республикала йәшәйбеҙ?
Башҡортостанда нисә район бар?
Башҡортостандағы ниндәй ҡала батыр исемен йөрөтә?
Башҡортостандағы иң ҙур йылға?
Башҡортостан флагы ниндәй төҫтә?
Башҡортостан Республикаһының милли йәштәр театры кем исемен йөрөтә?
2-се командаға һорауҙар:
Баш ҡалабыҙҙың башҡортса исеме?
Башҡортостанда нисә ҡала бар?
Башҡортостандың милли геройы?
Башҡортостанда иң бейек тау.
Башҡортостан флагында ниндәй сәскә һүрәтләнгән?
Башҡорт дәүләт академия драма тетры кем исемен йөрөтә?
Бишенсе һынау: ребус сисеү. Һеҙҙең карточкаларҙа ребус бирелгән, шуны сисеп, һүҙен ҡәләм менән шунда яҙып ҡуяһығыҙ һәм жюриға тапшыраһығыҙ.
Алтынсы һынау: «Уйлап тап» конкурсы. Хәҙер командалар әкиәттән өҙөк күрһәтәләр. Командалар бер-береһенең ниндәй әкиәттән өҙөк алынғанын йәғни әкиәттең исемен әйтергә тейештәр.
1-се команданың сығышы:
Һөйләүсе: Борон-борон заманда йәшәгән ти әбей менән бабай. Яҙ етеү менән бабай шалҡан ултыртҡан. Уны яҡшылап ҡараған, көн дә һыу һипкән, сүбен утаған. Шалҡан ай үҫәһен көн үҫеп, бик ҙур булып өлгөргән, ти. Бабай сығып тартып ҡарай, көсө етмәй икән.
Бабай: Әбей, сыҡ әле, сыҡ! Шалҡанды тартып сығарырға ярҙам ит! (әбей йүгереп сыға)
Һөйләүсе: Эй тарталар икәүләп, эй тарталар, сығара алмайҙар икән.
Әбей(ҡулын болғап): Ейәнсәрем, кил әле, шалҡанды тартып сығарырға ярҙам ит! (Ейәнсәре йүгереп сыға)
Һөйләүсе: Икәүҙән өсәү яҡшы, тип эй тарталар былар , уңға тарталар, һулға тарталар, юҡ, сыҡмай, ти.
Ейәнсәре: Аҡбай, кил әле ярҙамға! (Эт сыға)
Аҡбай: Уау! Уау!
Һөйләүсе: Дүртәүләп тартып ҡарайҙар, шалҡан урынынан һис ҡуҙғалмай икән.
Аҡбай: Мыяубикә, кил әле, шалҡанды тартып сығарырға ярҙам ит! (Бесәй сыға)
Мыяубикә: Мыяу! Мыяу!
Һөйләүсе: Бишәүләшеп тартып ҡарайҙар, булдыра алмайҙар, ти!
Мыяубикә: Беҙгә ярҙамға сысҡанды саҡырырға кәрәк!
Бөтәһе бергә: Сысҡанды?!
Әбей: Ул нисек кенә беҙгә ярҙам итһен инде!
Ейәнсәр:Ул бит үҙе бигерәк бәләкәй!
Мыяубикә: Сысҡан, кил әле ярҙамға!
Һөйләүсе: Бесәй сысҡанға килеп йәбешеп, күмәкләп бер тартыуҙары була, шалҡан килгән дә сыҡҡан, ти. Бөтәһе лә бигерәк ныҡ ҡыуанғандар! Әбей тәмле генә итеп бутҡа бешереп ҡунаҡ иткән, ә сысҡан табындың иң түрендә ултырған икән!
2-се командының сығышы:
Йомро икмәк:
Мин – йомро икмәк,
Әбейҙән дә ҡастым,
Бабайҙан да ҡастым.
(Ағас артынан ҡаршыһына Ҡуян килеп сыға)
Ҡуян: Ох, йомро икмәк! Хәҙер мин һине ашайым!

Йомро икмәк: Ашама мине, Ҡуянҡай! Мин һиңә йыр йырлайым:
Мин йомро икмәк,
Әбейҙән дә ҡастым,
Бабайҙан да ҡастым,
Һинән дә ҡасам!
(Музыка уйнай, йомро икмәк артабан тәгәрәй. Ҡаршыһына Бүре килеп сыға.)
Бүре: Йомро икмәк?!Ҡайҙа юл алдың? Хәҙер ашайым!
Йомро икмәк: Ашама мине, Бүре! Мин һиңә йыр йырлайым:
Мин йомро икмәк,
Әбейҙән дә ҡастым,
Бабайҙан да ҡастым,
Ҡуяндан да ҡастым,
Һинән дә ҡасам!
(Музыка уйнай, йомро икмәк артабан тәгәрәй. Ҡаршыһына Айыу килеп сыға.)
Айыу: Уй, тәмле генә йомро икмәк! Хәҙер ашайым!
Йомро икмәк: Ашама мине, Айыухан - тайыштабан! Мин һиңә йыр йырлайым:
Мин – йомро икмәк,
Әбейҙән дә ҡастым,
Бабайҙан да ҡастым,
Ҡуяндан да ҡастым,
Бүренән дә ҡастым,
Һинән дә ҡасам!
(Музыка уйнай, йомро икмәк артабан тәгәрәй. Ҡаршыһына Төлкө килеп сыға.)
Төлкө:Йомро икмәк! Хәҙер мин һине ашайым!
Йомро икмәк: Ашама мине, Төлкөбикә! Мин һиңә йыр йырлайым:
Мин – йомро икмәк,
Әбейҙән дә ҡастым,
Бабайҙан да ҡастым,
Ҡуяндан да ҡастым,
Бүренән дә ҡастым,
Айыуҙан да ҡастым,
Һинән дә ҡасам!
Төлкө: Ах! Ҡалай матур йырлайһың! Тик мин шул тиклем насар ишетәм. Яҡыныраҡ килеп йырла әле!
Һөйләүсе: Йомро икмәк шатланып Төлкөгә яҡын килеп йырлай башлаған икән, Төлкө уны “Ам!” ашаған да ҡуйған! Әәә, юҡ, йомро икмәк барыбер Төлөнән ысҡынып ҡасҡан. Шунан башҡа әбей менән бабайҙан ҡасмаған һәм маҡтанмаған.
Етенсе һынау: «Музыка ҡоралдары»конкурсы. Хәҙер командалар көй тыңлайҙар һәм ниндәй музыка ҡоралы икәнен атарға тейештәр. (ҡурай, ҡумыҙ көйҙәре).
Һигеҙенсе һынау: Мәҡәлдәрҙең яртыһын әйтергә һәм тәржемә итергә.
1-се командаға мәҡәл: Не имей сто рублей, а ... (имей сто друзей).
Сказанное слово - ... (выпущенная стрела). Смелость - половина ... (счастья).
2-се командаға мәҡәл: Меньше говори - ... (больше слушай). Думай дважды, ... (говори раз). Слово - серебро, молчание – ... (золото).
Туғыҙынсы һынау: «Яҡшы әкиәтсе» конкурсы. Һәр бер команданан берешәр кеше саҡырыла. Өҫтәлдә ятҡан карточкаларҙы алып уҡыйҙар һәм ундағы тема буйынса һөйләйҙәр.
Унынсы һынау: «Музыка» конкурсы. Һәр бер команданан бер музыкаль номер.
3. Йомғаҡлау.
Уҡытыусы һүҙе:
Афарин, уҡыусылар. Белгән белемдәрегеҙҙе яҡшы күрһәттегеҙ. Хәҙер жюриҙарға һүҙҙе бирәбеҙ. Беҙҙең дуҫлыҡ командаһы еңеүсе булды. Афарин! Һәр ваҡытта ла шулай актив ҡатнашыуығыҙҙы теләп ҡалам. Дәресебеҙҙе ниндәй смайлик менән тамамларбыҙ, уҡыусылар? Әлбиттә, йылмайған. Ошоноң менән дәресебеҙ тамам. Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт. Һау булығыҙ!


Ҡасим Әхмәровҡа бағышланған сәхнәләштереү.

(”Башҡортостан ынйылары” конкурсына әҙерләнгән сценарий)

Автор:Бөгөнгө сарабыҙ Борай районы Борай ауылында тыуған яҡташыбыҙ, 1941 йылда сыҡҡан «Башҡорт теле»дәреслеге, «Башҡорт әҙәби теленең орфографик һүҙлеге», «Башҡорт әҙәби теленең алфавиты һәм орфографияһы »хеҙмәттәре авторы, филология фәндәре докторы, ғалим, телсе, профессор хөрмәтле Ҡасим Закир улы Әхмәровҡа арнала.
(Троицк ҡалаһы. «Рәсүлиә» мәҙрәсәһе.Шәкерттәр алфавит ятлап ултыралар.)
Бөтәһе: әл,бә,тә,ҫә,джим,ха,дәл,ҙәл...
Күп яттыҡ беҙ мәҙрәсәлә
Аңламаныҡ бер нәмә лә.
Ҡасим: (Ҡасим китап уҡып ултыра)
3 малай: Әйҙәгеҙ, хәҙрәт килгәнсе, уйнап-көлөп алайыҡ әле.
4 малай: Әһә! Йондоҙ ҡарайыҡ!
5 малай: Кил әле, кил! Ниндәй йондоҙ күрәһең?
1 малай: Етегән.
5 малай: Нисә йондоҙ?
1 малай: 7 йондоҙ.
5 малай: Яҡтымы?
1 малай: Ныҡ яҡтылар!
3 малай: Ҡайҙа?Ҡайҙа? Мин дә ҡарайым әле.
(Ул ҡарағанда еңенә һыу һалалар,эстәрен тотоп көләләр
Береһе килеп Ҡасимдың китабын алып китә,шаяралар)
4 малай: Әйҙәгеҙ, шобаға тотошабыҙ.
Бөтәһе:Ҡасим ҡалды! Уға ниндәй яза? Йомаҡ әйтергә.
4 малай:Йомағыңды ҡой, Ҡасим.
2 малай: Беҙ тыңлап ҡарайыҡ,
Яуабын да табайыҡ.
Ҡасим: Арбала бар, атта юҡ,
Тәртәлә бар, теҙгендә юҡ.
4 малай: (р хәрефе)
5 малай Әйҙә, Ҡасим, икенсе йомағыңды әйт.
Ҡасим: Һин – уға, ул – һинән,
Һин – унан, ә ул ­– һиңә.
Был нимә?
- Әй,егеттәр, шуны ла белмәйһегеҙме?
2 малай: Мин беләм. Мин беләм. Күләгә.
5 малай: Әйҙәгеҙ “Осто-осто” уйынын уйнап алайыҡ.
Осто, осто торналар.
Осто, осто мендәрҙәр.(Илдар сыға)
Осто, осто китаптар.(Ҡасим сыға)
Осто, осто тырмалар.
Осто, осто сәүкәләр.
(Малайҙар әйберҙәрҙе алып сығып китә)
Скрипка уйнай, ә Ҡасим баҫып ситкә тайпыла.
Ҡасим: Остолар беҙҙең хыялдар,
Остолар беҙҙең уйҙар.
Автор: Остолар ошо ваҡытта
Ҡасимдың аҡ хыялдары.
Ҡасим:
Мәҙрәсәлә миңә нимәлер етмәй…
Эх,белемле булырға ине,халҡымды наҙанлыҡтан ҡотҡарырға ине.Мәҙрәсәгә донъяуи фәндәр уҡытыуҙы индерәһе ине.(Ҡасим артҡы планға китә)
Автор: Йылдар үтте... Ҡасим үҫте, белем алды. Ул бөтә ғүмерен башҡорт телен өйрәнеүгә,үҫтереүгә,камиллаштырыуға, донъя кимәленә сығарыуға ҙур өлөш индерҙе. Тәүге һөнәре башланғыс класс уҡытыусыһы,ауыл хужалығы мәктәбендә кафедра мөдире,волость башҡарма комитеты секретары, балалар колонияһында тәрбиәсе,мәктәптәрҙә туған тел уҡытыусыһы,башҡорт телен бойомға ашырыу буйынса кантон коммисияһы секретары, Башҡортостанды өйрәнеү йәмғиәтенең ғилми хеҙмәткәре һәм секретары булып эшләне. (Скрипка уйнауҙан туҡтай)
Ауыл күренеше. Халыҡ байрамса кейенеп,йырлап-көлөп йөрөй.Бер егет гармунда уйнай һәм ҡыҙҙар-егеттәр йырлап сыға.Күбәләк йыры
Ҡасим: Борайыма ҡайттым! Тыуған яҡтарымды һағындым. Яҡташтарым,һаумыһығыҙ!Егеттәр, ҡыҙҙар йәшлек бер генә була ул. Әйҙәгеҙ, бергәләп күңел асып алайыҡ.
Ҡапма-ҡаршы йырлау. “Бөрлөгән” көйөнә.
Егеттәр:
Һандуғастың балалары
Талға ҡунғандар икән,
Эх, үҙебеҙҙең ҡыҙҙар
Бигерәк уңғандар икән.
Ҡыҙҙар:
Алма булһа, ҡыҙыл булһын,
Беҙгә һары кәрәкмәй.
Егет булһа, уңған булһын,
Беҙгә ялҡау кәрәкмәй.

Егеттәр:
Ҡулымдағы йөҙөгөмдөң
Исемдәре Илгизә.
Үҙе уҫал, үҙе сибәр,
Күрһәң, йәндәрең биҙәр.
Ҡыҙҙар:
Беҙҙең урам аҡ балсыҡ,
Бата күрмә, атлап сыҡ.
Һеҙ ҙә беҙҙән артыҡ түгел,
Бер аҙ ғына маҡтансыҡ.
Ҡасим: эх, ауылымдың моңдары йәнгә рәхәт, тәнгә сихәт.Һеҙ, минең район гәзитенә баҫылған «Ауылығыҙҙың тарихын беләһегеҙме?» тигән мәҡәләмде уҡынығыҙмы?
Ҡыҙ:Эйе,эйе,унда һеҙ Борай башҡорттарының тулы шәжәрәһе Шакир Мусинда һаҡланыуын әйтеп үткәнһегеҙ.Ләкин ул пожар ваҡытында юғалған. Беҙҙең ҡулда Борай ҡарттың 4-се бабаһынан башланып киткән шәжәрәһе генә.
4 егет: Һеҙҙең, Ҡасим ағай, шул Борай нәҫеленән булыуығыҙ менән бик ғорурланабыҙ.
1 егет. Ҡасим ағай, һеҙ Башҡортостанда иң тәүге фән докторы исеменә лайыҡ булған кеше. Был уңыштарға нисек ирештегеҙ? Хеҙмәт юлығыҙ менән таныштырып үтегеҙ әле.
Ҡасим: Үҙемдең телемә булған сикһеҙ мөхәббәтем был дәрәжәгә еткергәндер мине.
Хеҙмәт юлымды 1919 йылда башланғыс класс уҡытыусыһы булып башланым. 1927 йылға тиклем башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыттым. Ғилми сотрудник та, кафедра мөдире лә булдым. Әлеге ваҡытта Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында башҡорт теле буйынса ғилми сотрудник булып эшләйем.
Уҡытыусы: Мин уҡытыусы булараҡ һеҙҙең тәжрибәгеҙ менән танышмын. Һеҙ гел беренселәрҙән булырға яратҡанһығыҙ. 1941 йылда баҫылып сыҡҡан «Башҡорт теле»китабығыҙҙы дәрестәргә әҙерләнгәндә ҡулланам. Был хеҙмәтегеҙ тел ғилеме буйынса белешмәләр,фонетика,грамматика,графика,орфография,пунктуация буйынса норматив төшөнсәләр бирә. Һеҙгә был хеҙмәтегеҙ өсөн ҙур рәхмәт.
2 егет: Башҡорт теленең орфографик һүҙлеге 15 мең данә тираж менән Мәскәүҙә баҫылып сыҡты.
3 егет: Милли мәктәптәрҙә Ҡасим Закир улының дәреслеген ҡулланалар.
5 егет:Башҡорт теленең синтаксисы буйынса хеҙмәттәрегеҙ өсөн филология фәндәре докторы тигән ғилми дәрәжә лә бирелә.
Ҡасим:
Һөйләһәләр әгәр туған телдә,
Телгә алыр улар мине лә.
Сөнки мин киләсәк менән бергә,
Һаҡлап саптым, телем, һине лә.
Әбей: (халыҡ араһынан сығып)
Әй, балаҡайҙарым, уйлап- уйлап торҙом да, уйҙарымдан уйылып киткәндәй булдым.( Ҡыҙҙар-егеттәр әбейҙе уратып йыйылышып ултыралар). Һәр кеше үҙ яҙмышын яһай,ә ул кешенең үҙен яһай. Эйе, балалар, боронғолар дөрөҫ әйткән: Батша үҙ илендә генә батша, ғалим һәр ҡайҙа ғалим. Балалар, шуны иҫегеҙҙә тотогоҙ.Белем тормошто алға ебәреү,бәхеткә ирешеүҙә иң көслө ҡорал. Ҡасим Әхмәровтың ғүмер юлы, эшләгән эштәре һәр беребеҙгә өлгө,йәшәү үрнәге, яҡты маяҡ булып тора.
Ҡасим Әхмәров кеүек булырға ынтылығыҙ, эш яратығыҙ, тырыш булығыҙ.
Халҡығыҙ өсөн арымай-талмай хеҙмәт итегеҙ. Шул саҡта ғына кеше бәхетле була.
Автор:
Ҡасим Закир улы Әхмәров
Борайҙың данлы шәхесе.
Хеҙмәтенә күрә - хөрмәте.
Донъяға йәм биреп, эҙ ҡалдырған
Башҡорт ғалимдарының береһе.


Йөрәк аша тамған уйҙар тамсыһы.

Маҡсат: 1.Шағирҙың тормош юлы һәм ижады менән таныштырыу кисәһе үткәреү.
2.Шиғырҙарын тасуири уҡыу, йырҙарын башҡарыу, драма әҫәренең өҙөгөн сәхнәләштереү.
3. Тыуған илгә, туған телгә, тыуған яҡҡа, шағирҙың ижадына мөхәббәт тәрбиәләү.
Йыһазландырыу: Назар Нәжмиҙең тормош юлы буйынса презентация,шиғырҙарына музыкаль фон алыу, компьютер, медиапроектор, экран, йырҙары, китаптар күргәҙмәһе.

Кисә барышы

Хәйерле көн ҡәҙерле дуҫтар! Хөрмәтле уҡытыусылар һәм балалар! Килгән ҡунаҡтар! Бөгөнгө концерт кисәбеҙҙе Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең 95 йыллығына бағышлайбыҙ. Ул Рәсәйҙең Горький исемендәге, Республиканың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияларына лайыҡ булған.
(Тыуған ауылым шиғырынан)
Илдәр күрҙем...Ләкин, ил-төйәгем,
Һинең менән икән беҙ оҡшаш.
Мин бер йырсың... Һин үҙең дә йырсы,
Йырҙарымда ләкин һин остаз.
“Назар Нәжми сафтың артында ла, уртаһында ла түгел. Ул –башҡорт лириктары сафының бер командиры. Ә командирҙың урыны марш ваҡытында ҡайҙа икәнен һәр кем белә. Ул сафтан саҡ ҡына алдараҡ бара.Әҙәбиәткә һәр кем үҙенсә килә.Ғайса Хөсәйенов әйткәндәй, “бәғзеләр”, бер, ике, хатта өс китап сығарып та, үҙҙәрен шағир итеп таныта алмай яфалана. Уҡыусы йәш шағирҙың өлгөрөүен, уның үҙ тауыш табыуын сабырлыҡ менән көтә. Назар Нәжми уҡыусының сабырлығы менән шаярманы. Уның тәүге китабы “Тамсылар” беҙҙең поэзиябыҙға тамсылар булып тамып ҡына түгел, яңы шишмә булып урғылды. Шуны ла әйтергә кәрәк, шағир үҙенең тәүге китабын сығарырға ашыҡманы. “Ниңә тәүге китабыңды ҡалыныраҡ сығарманың?” - тип әйткәс, шағир былай тип яуап бирҙе: “Күнекмәләр китап өсөн эшләнмәй, ижад өсөн эшләнә” – тип яҙҙы Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим уның ижады тураһында.
Шиғыр “Ҡапҡа”
Асылһа ла ҡабат, ябылһа ла,
Ҡапҡа ҡапҡа инде бөгөн дә.
Ләкин мин барыбер ҡапҡа асыусы
Малай булып ҡалам ғүмергә.
Ҡапҡа асыусы... Ләкин асыҡ ине
Бөтә ҡапҡалары ҡаланың.
Хәҙер инде китап битен асһам,
Ҡапҡа асыу итеп һананым.
Шул биттәргә һеңеп ҡалды кеүек
Йәшлек йылдарымдың һәр көнө.
Ҡайҙан алынған һуң ул ут, ул көс,
Ә йөрәктә бөтмәҫ дәрт ине.
Ҡулдарымда ине минең асҡыс
Түгел ине көмөш, алтындан.
Ул ҡойолған теләк, дәрт, өмөттән,
Ул ҡойолған аҡыл, ялҡындан.
Йылдар буйы астым шуның менән
Ауыр ҡапҡаларын белемдең.
Асҡан һайын донъя шундай серле,
Шундай матур булып күренде.
Назар Нәжми поэзияһының көсө һәм тәбиғәте – йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәренең һәм хистәренең йөрәктәргә үтмәле тәбиғилегендә һәм фекер, уй-тойғо ҡеүәте менән арбауында, уларҙың Нәжмисә моңло яңғырашында.
Хәбибназар Нәжметдин улы Нәжметдинов 1918 йылдың 5 февралендә Дүртөйле районының Миңеште ауылында тыуа.
(Атай йорто, Валиев Камил)
Тәүге һулыш, тәүге илау,
Әсәйемдең күкрәк һөтө,
Тәпәш бер өй, һалам түбә,
Усаҡ уты, зәңгәр төтөн-
Атай йорто, атай йорто.
Тәүге аҙым, тәүге юлдар,
Әсәйемдең ҡараштары...
Бар донъяны иңләр-буйлар
Күңелемдең ҡанаттары-
Атай йорто,атай йорто.
Шатлыҡта ла, ҡайғыла ла-
Әсәйемдең күҙ йәштәре.
Сит ерҙәрҙән ҡайтыр яҡҡа
Йөрәгемде етәкләне
Атай йорто,атай йорто.
Һуңғы һулыш- ғүмерҙәрҙең
Ситләп үтмәҫ бер минуты.
Мәңге ҡала күкрәк һөтө,
Янып ҡала усаҡ уты-
Атай йорто,атай йорто.
Башта ете йыллыҡ мәктәптә, шунан Өфө металлургия рабфагында уҡый. 1938 йылды К. А. Тимерязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтына уҡырға инә. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән Ватанын һаҡлар өсөн һуғышҡа китә. Йәшлек хыялдары селпәрәмә килә, ғүмер ағышы икенсе яҡҡа боролош алып китә.
Эй, ғәмһеҙлек! Йырлап йөрөлһә лә,
Килмәне ул һуғыш йыр булып.
Селпәрәмә килде күпме хыял,
Күпме ғүмер осто көл булып.
Шул дәһшәттә мин дә, тыуған ерем,
Ҡалманым да, буғай хур булып.
Ғүмерем менән, бар йәшлегем менән,
Бар барлығым менән һаҡланым.
Батырҙар йыры 8 а класс егеттәре башҡарыуында.
Лев Аннинский хәтирәләре буйынса “Миңә Бөйөк Ватан һуғышы һалдаты, еңеүсе, үлемдең боҙло тынынан һуң тыуған еренең йылыһын тойған шағир Назар Нәжмиҙең тормош һәм ижад тәжрибәһе сикһеҙ ҡиммәт. Нәжми шиғриәте – яу һәм тыныслыҡ сигендә.
Тарихи бурысының ҡәтғилеген тойоп, кеше һалдатҡа әйләнә һәм күңелендә тимер ҡатылығын да, изгелекте лә бергә йөрөтә”.
Иҫән ҡалһам (Ситдиҡов, һалдат кейеме).
Иҫән ҡалһам,һиңә генә ҡайтам,
Һиңә генә ҡайтам,Уралым.
Үтте йылдар, бигерәк һағындым шул,
Һағындым шул Иҙел буйҙарын.
Иҫән ҡалһам,һиңә генә ҡайтам,
Минең Өфөм – ғүмерем хыялы!
Һәр ташыңды хатта ҡосор инем,
Тауыңдан мин менһәм юғары.
Иҫән ҡалһам, алыҫ тыуған ауылым,
Ҡайтыр инем һиңә ҡунаҡҡа.
Һеҙҙән йырлап мин бер үтер инем,
Бала саҡта йөрөгән һуҡмаҡтар!
Иҫән ҡалһам, әсәй, яныңа ҡайтам,
Минһеҙ үткән ғүмерең онотолор.
Һуғыштарҙа ниҙәр күргәнемде
Мин һөйләрмен кистәр ултырып...
Иҫән ҡалһам, мин биҙәргә ҡайтам
Тыуған ҡырҙарымды яңынан.
Ҡырҙар көтә ... Һәм шуға ла бөгөн
Мин уларҙы өҙөлөп һағынам.
Иҫән ҡалһам, туй яһарға ҡайтам.
(Ахыры, иркәм, күберәк көттөрҙөм.)
Дуҫтар ҡайтыр... Ауырлығы бөтөр
Окоптарҙа үткән ғүмерҙең...
Тыуған ил һәм хеҙмәт көткән өсөн,
Оҙаҡ көткән өсөн матурым,
Иҫән ҡалмау миңә мөмкин түгел,
Мөмкин түгел- мин һау ҡайтырмын!
Һуғыш ерҙәренән ҡайтҡас, фронтташ дуҫтарын иҫкә алып, тыуған яғына, ауылына һағышын шиғырҙарында асып бирә.
Тау буйҙары ҡояшлы бер баҡса,
Йүкәләрҙән тама балдары.
Аҙым һайын шишмә... Имәнлектәр...
Зәңгәр күлдәр... Бөҙрә талдары.
Күлдәрендә аҡҡош... Төбәктәре
Яҙын – йыуа, йәйен – еләк бит!
Болон аша Ағиҙелгә сыҡһаң,
Башҡа мөғжизәләр кәрәкме?
Беҙҙең ауыл шиғырын Ғәниева младшая
Һеҙ ҡайҙан, тип һораһағыҙ,
Беҙҙең ауыл – Миңеште.
Иллә- мәгәр Миңештегә
Донъя бигерәк килеште.
Беҙҙең ауылда игендәр
Комбайндарҙы күмә:
Йәше,ҡарты намыҫ менән
Хеҙмәт иткәнгә күрә.
Егеттәрҙең етеҙҙәре
Беҙҙең ауылда ғына.
Ҡыҙҙарҙың иң уңғандары
Улар янында ғына.
Беҙҙә тыуып үҫкәндәрҙең
Киң була күңелдәре.
Матур ҙа, уңған да була
Миңеште килендәре.
Беҙҙең ауылдың һыуҙарын
Эсмәҫ ерҙән эсерһең.
Беҙҙең ауылдың ҡыҙҙарын
Һөймәҫ ерҙән һөйөрһөң.
Беҙҙең ауыл ҡайғы белмәй,
Ҡайғы төшһә, баш эймәй,
Үҙе йәмле, ашы тәмле,
Килһәң , китәһең килмәй.
Маҡтана, тип уйламағыҙ,
Йырҙар йырлағанда ла.
Маҡтанмайбыҙ, маҡтанырға
Урыны булғанда ла.
Шунда ғына кеүек ҡоштарҙың да
Һайрағаны мең-мең көйҙәргә.
Юҡ, мин шағир була алмаҫ инем,
Әгәр тыуһам башҡа ерҙәрҙә.
Н. Нәжми һүҙҙәренә яҙылған “Тыуған яғыма” йыры буйынса ҡуйылған вальс бейеүен 6а класс уҡыусылары тәҡдим итә.
Тыуған иленә, еренә булған мөхәббәте шағирҙың патриотик рух менән һуғарылған ижадында урын таба.Һәр шиғыры үҙ юлын табып сихри моңо, тауышы менән ағыла.
Ниндәй юл ул? Тамырҙарын
Кемдәр юллап тапҡан уның?
О, һин ижад! Ҡайҙа һинең
Һәр бер нурың, төҫөң, моңоң?

Яҙ !Яҙ! – тиҙәр.
Ҡайҙа барма – ерҙә яҙ һулышы...
«Яҙ!Яҙ!»- тиҙәр ҡырҙар, урмандар.
«Яҙ!»-тип, улар бөгөн матурланып,
Гел йәшелдән кейенеп торғандар.
«Яҙ!Яҙ!»- тиҙәр бөтә һайрар ҡоштар
Тәбиғәттең сихри телендә.
Ҡоштар! Ҡоштар! Һеҙҙе һайратырлыҡ
Яҙғым килмәйме ни минең дә?!
«Яҙ!Яҙ!»- тиҙәр, ә мин: «Яҙам!»-тимен,
«Яҙам!»- тимен урман, ҡырҙарға.
«Яҙам!»- тимен шиғыр һөйгәндәргә,
«Яҙам!Яҙам!»- тимен ҡоштарға.
Яҙҙың күрке икән нурҙарҙа,
Күңел күрке икән йырҙарҙа.
Тыуған яғы шағир өсөн шиғриәт шишмәһе, мәңге һүрелмәҫ илһам сығанағы. Шағирға тыуған яҡтың һәр төбәге яҡын . Уның шиғырҙары тәрән мәғәнәле, эскерһеҙ, күңелгә үтеп кереүсән.
Юҡҡа ғына түгелдер, Назар Нәжмиҙең бик күп шиғырҙарына башҡорт композиторҙары көй яҙған: Заһир Исмәғилов, Шамил Көлбарисов, Роберт Ғәзизов, Рим Хасанов, Нуриман Сабитов . Бик күп кенә йырҙары иң популяр йырҙар булып киткән.
Йырҙары бер ҡасан да күңел баҡсабыҙҙы шиңдермәйенсә тәбиғәттең матурлығын, нурын яҡтырта алыусы булып ҡала.
Быйыл тағы шаулап япраҡ ярҙы
Урамдарҙа йәп-йәш йүкәләр.
Тыуған ҡалабыҙҙың шау-шыуында
Улар ниндәй тыныс үҫәләр!
Өфө йүкәләре йыры
Бәхеткә лә, рәхәткә лә микән
Әллә кеше бик тиҙ күнегә –
Тауҙай шатлыҡ беленмәй ҙә кеүек,
Бер түңгәктәй ҡайғым күренә.
Мөхәббәт лирикаһы кешенең эске күңел кисерештәрен тетрәндерерлек итеп яңғырай.
Һин ғүмер ағыштарым синяя, 46 стр.(Ильнара 8б)
Атаһының гармун уйнағанын тыңлап, әсәһенең йылы һүҙҙәрен ишетеп үҫкән Назар Нәжми үҙе лә өҙҙөрөп гармунда уйнарға яратҡан.
Гармунсы тигән дан
Һүнер тип торманылар,
Гармунсыны йырға ҡушып
Егеттәр йырланылар.
Гармунсы шиғырын башҡарыу.(Садертдинов)
Ҡулдарыма алһам һине,
Билдәрең бөгөлмәле.
Бер һыҙҙырыу менән моңоң
Күңелгә түгелмәле.
Биш йәшлек сағымдың бармаҡ
Эҙҙәре телдәреңдә.
Тәү уйнаған көйҙәр сыңы
Һаман да йөрәгемдә.
Моңоңда- тыуған еремдең
Ҡояшлы тарафтары,
Ағайҙарымдың йәшлеге,
Әсәйем ҡараштары.
Йәшлектәр ҙә, ҡараштар ҙа
Һүнделәр инде күптән.
Ә һиндә һаман шул уҡ моң,
Тик уйнаусылар бүтән.
Юҡ һиндә һис ялған тауыш,-
Ҡушылып йырлайым да.
Ярай гармунсы булғанмын,
Илайым, уйнайым да.
Ижад ғүмерендә Н. Нәжми бик күп шиғырҙар, поэмалар һәм сәхнә әҫәрҙәре тыуҙырҙы. Пьесалары М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә ҙур уңыш ҡаҙанды.
Донъя матур дуҫтар менән генә –
Дуҫһыҙ йәшәүсе һирәк.
Ләкин дуҫтар араһында ла дуҫты
Таба белергә кәрәк.
“Гармунсы дуҫ” драмаһынан өҙөк сәхнәләштереү (Латыпова, Мустафин)
Бибикамал менән Билал сығып баралар. Айбикә уларҙы оҙата сыға. Билал Гөлъямал янында туҡтала.
Билал: Күрмәй ҙә торам.
Гөлъямал: Куҙҙәреңә әҙәм заты сағылырлыҡмыни? Шатлыҡтарың эсеңә һыймай түгелме һуң?
Билал: Һыярлыҡ түгел,Гөлъямал. Һыярлыҡ түгел. Беләһеңме кем килә?
Гөлъямал: Аҙыраҡ ҡына һиҙенәм.
Билал:Афзал!
Гөлъямал: Ишеттем. Фронтташ дуҫың икәнлеген дә беләм.
Билал: Дуҫ ҡынамы һуң ул?! Дуҫ ҡынамы?! Ул булмаһа, Гөлъямал, бына әле ошо минутта һинең янда баҫып тора алыр инемме һуң? Һинең күҙҙәреңә ҡарай алмаҫ инем. Ул! Ул бит! Мине һыу төбөнән табып, тартып сығарған да – ул! Ушыма килтергән дә – ул! Ярамды бәйләгән дә – ул!
Гөлъямал: Елкәһенә һалып, ике саҡрым алып барған да – ул! Теге донъянан алып ҡайтҡан да – ул!
Билал: Ҡайҙан беләһең әле быларҙы?
Гөлъямал: Миңә нисәмә тапҡыр һөйләйһең инде?
Билал: Һөйләмэгәнмендер! Дуҫым килә! Ғүмерем килә! Яҡты донъя килә! (сыға)
Гөлъямал: (үҙ-үҙенә) Дуҫым килә... Ғүмерем килә... Яҡты донъям килә...Дуҫым килә.
Дуҫлыҡ,дуҫлыҡ йыры (Ғәлиев башҡарыла.)
Шиғыр һөйөселәр уның китаптарын алып, шиғырҙарын сәхнәнән һөйләнеләр.
Һин минең иң матур йырым,
Йырлайһы йырҙарым һин.
Матурлыҡты матурларға
Донъяға тыуғанһың һин.
Шиғриәт, шиғри һүҙ – илаһи төшөнсә. Шиғриәт – әҙәбиәтебеҙҙең шишмә башы. Шағир ғүмер буйына саф һыулы шишмә туҡтап тормайынса сылтырап, йырлап аҡҡан кеүек йырлай. Назар Нәжми ижады мул, шатлыҡлы, ҡәҙерле.
Матур була бар ер йөҙө
Нурҙарға сумһа,
Мөхәббәттең һайрарғошо йөрәккә ҡунһа.
Матурлыҡтың сиге юҡтыр,
Уның сиген тойманым мин.
Кеше матур булһын өсөн,
Матурлыҡты йырланым мин –
Шаҙра пәрей... Шаҙра пәрей
Башҡортостан! Һин икмәкле тупраҡ,
Йәшел урман, болон, тау, дала.
Йәнһеҙгә – йән, йәмһеҙгә йәм биргән
Һин ут һәм һыу, һауа һәм дауа.
Башҡортостан ерендә тыуып ижад иткән шағирыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Уның шиғырҙарынан илһам, дәрт алып, йырҙарын тыңлап һәм йырлап, Тыуған илебеҙҙең лайыҡлы кешеләре булып үҫергә яҙһын.
Юҡҡа түгел, юҡҡа түгелдер йыры башҡарыла.
This site was made on Tilda — a website builder that helps to create a website without any code
Create a website