Мәктәп тормошо һәм ижади уңыштар.



На этой странице вы можете найти публикации о жизни школы и учеников.
мероприятия, а так же последние новости
Борай 1-се һанлы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең һәләтле уҡыусыһы Ғилемшина Юлиә шиғыр һөләүселәр муниципаль конкурсында "Шиғриәт" номинацияһында еңеүсе исемен яуланы. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ҡаҙиханова Гөлсәсәк Айрат ҡыҙын һәм Юлиәне еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ. Ижади эшмәкәрлектәрен үҫтереүсе, бала күңелендә һөйөү тәрбиәләүсе класс етәксеһе, туған тел уҡытыусыһына рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ.Сығарылыш класс уҡыусыһы Юлиәгә имтихандарында уңыштар теләп ҡалабыҙ.

11 класс уҡыусылары Өфө ҡалаһында сәйәхәттә.
Уҡыусылар файҙалы мәғлүмәт алды, бик күңелле оҫталыҡ дәрестәрендә булды.
УГНТУ беҙҙе ихлас күңелдән ҡаршы алды.
Уҡыусылар экскурсияның махсус программаһын һайлап алып бик күңелле һәм файҙалы көндәрен үткәрҙе.Улар үҙҙәрен студент урынында булып ҡарауға  ҡыуанды.
Тәбиғәт һәм кеше институтына сәйәхәт
Уҡыусылар генетика һәм фундаменталь медицина кафедраһының  лабораторияһында бик ҡыҙыҡлы мәғләмәттәр менән танышты.Уҡыу йортона инеү тураһында һорауҙарын бирҙе. Зоология музейындағы экскурсия яҡшы тәьҫораттар ҡалдырҙы.
11 класс уҡыусылары Салауат Юлаев һәйкәле янында
Һәр миҙгелдең үҙ матурлығы була. Салауат Юлаев һәйкәле янында ла көҙгө матурлыҡҡа һоҡланып бөткөһөҙ.
Берҙәмлектә көс
"Берҙәмлек беҙҙә" тигән фестиваль- конкурс үтте. Был сарала һәр класс үҙенең халҡын күрһәтте.Мари халҡында ҡунаҡты нисек ҡаршы алыуын 11 а класс уҡыусылары бик яҡшы еткерҙе. Һөҙөмтәләр буйынса беҙҙең класс 1-се урын яуланы. Афариндар!!!
Борайҙа класс етәкселәре форумы
Башҡортостан Республикаһының Борай районындағы класс етәкселәре форумы уңышлы үтте. Социаль селтәрҙә уҡытыусының имиджын күтәреү буйынса файҙалы кәңәштәр, позитив атмосфера алдағы эшмәкәрлеккә дәрт өҫтәне.
Рәсәй бөркөттәре
Беренсе класс уҡыусыларын тантаналы сарала "Рәсәй бөркөттәре"нә ҡабул иттеләр.
БурАвестник-2023
Беҙҙең мәктәп бинаһында "БурАвестник-2023" муниципаль йәштәр форумы үтте.
Башҡорт теле көнө 2023
Башҡорт теле декаднигы бик ҡыҙыҡлы һәм файҙалы үтте. Уҡыусылар план буйынса билдәләнгән сараларҙа әүҙем ҡатнашып барҙы.
Берҙәм дәрес
"Тыуған еремдә- туған телемдә" тигән темаға 7 а класс уҡыусыларына Ҡаҙиханова Г. А. Башҡорт теле көнөнә арналған дәрес күрһәтте. Башҡорт телендә һөйләшергә,уның менән ғорурланырға өйрәтте был дәрес. "Иле барҙың -  теле бар" мәҡәленә аңлатма биреп, туған телебеҙгә һөйөү тойғолары тәрбиәләнде.
This site was made on Tilda — a website builder that helps to create a website without any code
Create a website