Традицион булмаған дәрес төрҙәре
Урамдан килә ата- ҡаҙ,
Бәпкәләрен эйәртеп,
Уларҙы үҙе шикелле
Ҡаңғылдарға өйрәтеп.
Түбәндәге эш төрҙәре алам:Төрлө күнегеүҙәр (уйын, башватҡыс, ребустар, кроссвордтар)
“Уйын бала-сағала сәм, ярыш теләге уята.Уйынсыларҙың һәр береһе, йәшенә ҡарамай, физик яҡтан да, интеллектуаль йәһәттән дә ал бирмәҫкә тырыша. Сослоҡта, етеҙлектә, беләк, бил көсөндә, мәргәнлектә, зирәклектә, тапҡырлыҡта, иғтибарлылыҡта, һиҙгерлектә ярыша. Бындай һәләттәрҙе һәр кем үҙе өсөн уйнағанда ғына түгел, күмәкләп уйнағанда күрһәтергә тырыша. Сөнки уның уңышы – команданың уңышы, команданың уңышы – уның уңышы. Шуға күрә уйындарҙа бер-береңә арҡаланыу, бер - береңә һалыныу насар ғәҙәт иҫәпләнә. Шул иһә бала – сағаны үҫтерә, коллективлыҡ тойғоһо тәрбиәләүенә булыша”, - тип яҙа күренекле фольклор белгесе Ә. М. Сөләймәнов.“Ниндәй хәреф уйланым?”
Таҡтала ҡ хәрефенә һүрәттәр сыға.Уҡыусылар түңәрәкләп ултыралар, алып барыусы ниндәй төҫ икәнен әйтә.Һатып алыусыға уҡыусылар реклама эшләргә тейештәр.( Мәҫәлән, зәңгәр –матур төҫ. Зәңгәр төҫтә һауа, йылға, күлдәк бар, …)
“Артыҡ һүҙҙе тап!”
әтәс алма
ҡаҙ икмәк
тауыҡ ҡарға
һарыҡ ҡаҙылыҡ
өйрәк һөт
“Һүҙҙәр пирамидаһы” уйыны
Мнемоһүрәттәр – схемалар
Мнемоника- информация һалынған схема, йәғни конкрет булмаған шартлы билдәләрҙән образдарға күсеү. Мнемоюл-тәбиғәт күренештәре менән танышҡанда, хайуандарҙы һүрәтләгәндә һәм хикәйә төҙөгәндә бик ҡулайлы. Баланың фекерен байыта, иғтибарын туплай, тасуири һөйләү һәләтен үҫтерә.9 мәғлүмәттәрҙе интернет селтәренән, “Тамаша”, “Аманат”, “Башҡортостан ҡыҙы” журналдарынан алам. Артистарыбыҙ тормошо һәм ижады тураһында уҡыусылар менән папка булдырҙым, ә инде йырҙарын аудиояҙманан тыңлатам.
Данлыҡлы, донъяға билдәле ҡурайсылар - Азат Айытҡолов, Азат Биксурин, Рушан Биктимеров, ҡумыҙсылар - Роберт Заһретдинов, Миндеғәфүр Зәйнетдиновтарҙың уйнауҙарын тыңлайбыҙ, бейеүселәрҙе ҡарайбыҙ.Үҙем ҡумыҙҙа уйнайым, уҡыусыларҙы ла өйрәтәм.Яҙма эш
Гөрләп аҡ һин, гөрләүегем,
Тәрән йылғаға ҡарап.
Ә мин һиндә йөҙҙөрөргә,
Яһаным ҡағыҙ карап.
Уҡыусылар менән берлектә шиғырҙың ижек, баҫым, пауза ритмы, рифмаларҙы билдәләгәс, түбәндәге таблица төҙөлә, һығымта яһала.“Ҡурҡаҡ ҡуян”,-тип
Кәрәк икән, мин
Әйтәләр юҡҡа
Керемен утҡа.
Таҡтаға терәк һүҙҙәр бирәм. Балаларҙы ике төркөмгә бүлеп, шиғыр яҙҙырам.….. ҡарҙар ….. ҡарпыш
….. тауҙар ….. тоҡос
….. балалар ….. күҙем
….. саналар ….. үҙем
6 Эй, яуа ла ҡарҙар,
6 Бейегәйә тауҙар.
7 Шатланышып балалар,
7 Һөйрәп сыға саналар.
Был эш төрө уҡыусыларҙы дөрөҫ, грамоталы яҙырға өйрәтә.Әкиәт яҙҙырыу
Дәүләт эшмәкәрҙәре
Яҙыусылар, шағирҙар
Сәнғәт, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре
Сәйәсәт һәм йәмғиәт эшмәкәрҙәре
Башҡорт хәрбиҙәре
Күтәрелештәр етәкселәре
Фән эшмәкәрҙәре
Шәхестәрҙең тарихта, күбеһенсә, яҡты эҙ ҡалдырғаны алына. Ғөмүмән, беҙ хәҙер йәмғиәттә шәхескә иғтибар артҡан осорҙа йәшәйбеҙ һәм атаҡлы кешеләрҙең тормоштағы роле хаҡында дәрестең ниндәй йүнәлештә булыуына ҡарамаҫтан һәр ваҡыт иҫкәртеп торабыҙ. Сөнки ул төрлө яҡлап та отошло. Беренсенән, күренекле шәхестәр йәш быуын күңелендә үҙ тыуған яғы,уның күренекле шәхестәре менән ғорурлыҡ тойғоһо уята. Икенсенән, шәхестәр миҫалында балаларҙа маҡсатҡа ынтылыш, яуаплылыҡ кеүек ыңғай сифаттар тәрбиәләнә. Өсөнсөнән, был бай материал балаларға рухи-әхләҡи тәрбиә биреүгә булышлыҡ итә. Дүртенсенән, арҙаҡлы шәхестәр һәм яҙыусылар менән осрашҡанда, балалар әңгәмәләшеү серҙәренә өйрәнә. Һәр йылды юбиляр яҙыусыларҙың тормошо һәм ижады тураһында рефераттар, альбомдар эшләйбеҙ.( 2011 йылда “ Аманат”журналының хәбәрсеһе Нурия Фазлыева менән бик фәһемле осрашыу үткәрҙек. Балаларҙың күҙҙәре янып китте, күптәре журналға яҙылды. Ғөмүмән, уҡыусының ижади үҫешендә журналдың роле бик ҙур.)Уҡыусыларҙың ижади һәләтен үҫтереүҙә әҙәби әҫәрҙе өйрәнеүҙең роле ҙур.
Әҙәби әҫәрҙе өйрәнеүҙәге эштәр, бәхәсләшеү, фекер алышыу,тормоштан миҫалдар килтереү, әңгәмәләшеү- барыһы ла уҡыусылар күңеленә үтеп инә, ижади һәләтен үҫтерә.
Сәхнәләштереү
Һәр дәресемдә темаға ярашлы диалог ҡулланам. Диалогтарҙы Ф. Ғ. Хисамединованың башҡорт телен өйрәнеүселәр өсөн уҡыу ҡулланмаһынан алам. Диалогтан сығып, уҡыусыларҙан диалог төҙөтәм.