Ҡаҙиханова Гөлсәсәк Айрат ҡыҙы


Борай 1-се һанлы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Ҡаҙиханова Гөлсәсәк Айрат ҡыҙы

Үҙем тураһында
Хобби: «Инеш"вокал ансамбленең солисты, сценарийҙар яҙыу, театралләштерелгән сараларҙа ҡатнашыу
Тыуған көнөм: 26 июль 1979 йыл
Белемем: юғары, Бөрө дәүләт социаль-педагогия академияһы — 2012 йыл
Эш урыным: Башҡортостан Республикаһы Борай районы муниципаль районы «Борай 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе» муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһы
Вазифам: башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Педагогик стажым: 24 йыл
Категориям: юғары категориялы уҡытыусы
Электрон адресым: gulchachak.h26@yandex.ru
Профессиональ ҡыҙыҡһыныуарым: һәләтле балалар менән ижади эшмәкәрлек, уйын алымдары менән ҡыҙыҡыҡһыныу арттырыу
Эссе

Һаумыһығыҙ!

Һеҙгә эссе, йәғни фәлсәфәүи хатымды юллайым, күп сәләмдәремде еткерәм.

Һеҙгә тәбиғәттең илаһи матурлығын, был тормоштоң күркәм рәхәтлеген үҙенә йыйып, һәр тарафҡа иртә-кисен бәхет өләшеүсе Гөлсәсәк Айрат ҡыҙы яҙа.

Эйе, эйе, бәхет өләшеүсе, сөнки кеше был донъяға бәхет өсөн яралтылған. Ул шул бәхетте ғүмер буйы эҙләй. Һәр миҙгелдән эҙләй. Һәр мөхиттән эҙләй. Мин дә эҙләйем. Табам. Өләшәм. Шуның тураһында хәбәр һалам.

Һәр балаға, уҡыусыларыма ҡосаҡ-ҡосаҡ бәхет өләшәм...

Был сихри бер донъяға килеү, үҙеңде бәхетле итеп тойоу үҙе бер бәхет икәнен асыҡлайым. Бәхет ниғмәтен белемгә төрөп бирәм. Белем менән килгән бәхеттең бик ҙур бәхет икәнлеген аңлатам.

Уҡығыҙ, тырышығыҙ, белегеҙ! Белемгә бәхет асҡысы бәйләнгән. Алығыҙ шул асҡысты. “Беҙ – донъя ишеген асыусы!” – тип һәр береһенең йөрәгенә беркетеп сығам.

Телде өйрәнегеҙ! Ул аҡылдың тышҡы сағылышы. Аҡыл бик мөһим. Кейемгә ҡарап ҡаршы алалар, аҡылға ҡарап оҙатып ҡалалар. Әҙәбиәтте яратып өйрәнегеҙ. Ул матурлыҡты, яҡшылыҡты дәлилләүсе булып тора, ә насарлыҡтан, яңғыҙлыҡтан ҡотҡара.

“Һеҙ яҡшылыҡта булығыҙ! Сәләмәт тормош алып барығыҙ!” - тип иҫтәренә төшөрәм.

К. Д. Ушинский билдәләүенсә, өйрәнергә өйрәтәм, тип серҙәремде һеҙгә асам. Ә үҙем беҙҙең илдә уҡыу-уҡытыу программаһы дөрөҫ төҙөлгән тип эске шатлыҡтарымды кисерәм. Өҫтәүенә заманға яраҡлашып, үҙгәреп тороуыма һөйөнәм. Ҡасан ғына әле беҙҙең Борай халҡына яңы тулҡын килеп, мәктәптәрҙә башҡорт теле дәүләт теле һәм туған тел булараҡ өйрәнелә башлаған ине. Ул ваҡыттар артта ҡалды. Ә хәҙер был ҡарарҙың бик урынлы һәм ваҡытлы булыуы ҡыуандыра.

Уҡыусыларыма быны өлөшөнә төшкән бәхет икәнлеген дәлилләйем. Башҡортостандың ете мөғжизәһен генә түгел, ете миллион мөғжизәһен үҙ телебеҙҙә өйрәнеү бәхете һәм өйрәтеү бәхете беҙҙең ҡулланылышта тип ғорурлыҡ кисерәм.

Матур әҙәбиәтебеҙҙе, телебеҙҙе ерле материалға бәйләп өйрәнеү, һеҙҙе, балаларым, илемдең мәнфәғәттәрен тәрән белеүсе итер. Ижадҡа һәләтле, заманса белемле булырһығыҙ, ҡабатланмаҫ шәхестәр булып үҫешерһегеҙ тип ышандырамын. Үҙ еребеҙгә, телебеҙгә, халҡыбыҙға рәхәтләнеп хеҙмәт ит. Ас талантыңды, күрһәт эшеңде, шатландыр Башҡортостан халҡын, киләсәктә үҙҙәрен күрһәтәсәк быуыным. Эстафетаны ҡыйыу ал да, лайыҡлы итеп тапшыра бел тигән теләктәремде һәр береһенә таратам. Был бит оло бәхет! Бәхетте үҙ ереңдә үҙең табыу иң бөйөгө тип иҫбатлайым.

Уҡыусыларым, һеҙҙең һәр ҡайһығыҙ үҙе бер донъя бит. Һәр берегеҙҙең йәшәү мәғәнәһе үҙенсә ҡиммәт. Ул алдыңа ниндәй маҡсаттар ҡуйыуыңа бәйле. Шул маҡсаттарға ирешеү тейешле бит. Тимәк, бәхет ынтылыштарының тормошҡа ашыуы юҡҡа түгелдер.

Кеше бөтә нимәне лә бәхеткә ирешеү өсөн эшләй. Барыбыҙ ҙа бәхетле булайыҡ...

Кешенең бәхете йәмғиәткә бәйле булыуын онотмайыҡ. Айырым шәхес бәхете башҡа кешеләргә, коллективҡа, йәмғиәткә бәйле булһа ла үҙ бәхетен тапҡан кешеләр күберәк булған һайын, йәмғиәтебеҙ камиллаша тигән ышаныс менән хатымды тамамлайым.

Йәмғиәтебеҙҙе бергәләп камиллаштырһаҡ ине! ! !

Үҙемде бәхетле итеп тойоу ышанысымды һеҙҙең менән уртаҡлашып, һеҙгә өҫтәмә сәләм менән Гөлсәсәк Айрат ҡыҙы.

Мин, Ҡаҙиханова Гөлсәсәк Айрат ҡыҙы, Борай районы Борай 1-се һанлы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.


1979 йылдың июль айының эҫе көндәрҙең береһендә Бөрө ҡалаһында тәүге бала булып донъяға тыуғанмын. Яҙмыш беҙҙең ғаиләне Борай яҡтарына алып киткән. Бала-сағымдан ижади һәләттәрем күп булған: рәсем төшөрөргә яратҡанмын, төрлө сәхнәләштерелгән әҫәрҙәрҙе ҡыҙыҡһынып ҡарар булғанмын, ҡурсаҡ театрының һәр образын үҙемсә асырға ынтылғанмын, бейергә лә яратҡанмын.
1985 йылдың 1 сентябрендә әсәйем мине етәкләп Борай 2-се һанлы урта мәктәбенең 1-се класына уҡырға биргән. Мәктәптәге йылдарым матур хәтирәләр булып ҡалды. Һәр бер дәрес миңә ниндәйҙер ҙур ышаныс һәм белем өҫтәй ине. Мәктәптә үткәрелгән һәр сарала әүҙем ҡатнашып бара инем.
Мин дә атайым юлынан уҡытыусы һөнәрен һайларға булдым. 1996 йылда Благовещен ҡалаһының педагогия колледжына уҡырға индем. Башланғыс класс уҡытыусыһы белемен туплап йәш уҡытыусы булып тыуған ауылыма ҡайттым. Юғары белем артынан Бөрө дәүләт педагогия институтына йүнәлдем һәм башланғыс класс уҡытыусыһы дипломын алдым. Башҡорт теленә булған һөйөүем,уны тәрәнерәк өйрәнеү теләге мине Нефтекама ҡалаһындағы башҡорт телен өйрәнеү курстарына барырға мәжбүр итте. Юғары белемде Бөрө академияһының филология факультетында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булараҡ алдым.
Борай 1-се һанлы урта мәктәбемдә 2006 йылдан алып башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен уҡыта башланым.
Дөйөм педагогик стажым 24 йыл, башҡорт телен 18 йыл дауамында уҡытам.Мин үҙ дәрестәремде ҡыҙыҡлы, йөкмәткеле, мауыҡтырғыс,юғары кимәлдә үткәрергә тырышам. Уҡыусыларҙың белем сифатын күтәреүҙә,ижади һәләттәрен үҫтереүҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһының яңы технологияларҙы өйрәнеүе һәм дәрестә уңышлы файҙаланыуы ҙур роль уйнай. Уҡыусыларым район кимәлендә үткәрелгән олимпиадаларҙа,фәнни-эҙләнеү эштәрендә,”Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр һәм сәхнәләштереү буйынса,”Башҡортостан ынйылары” бәйгеләрендә еңеү яулайҙар,республика күләмендә лә призлы, дипломлы урындарға өлгәшәләр.
Төрлө инновацион технологиялар һәм уйын алымдарын ҡулланам, балаларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү өҫтөндә эшләйем. Дәрестә тел, халыҡ, ил тойғоһо төшөнсәләренең һәр кемгә ғәзиз булыуын, уҡыусыларҙы илһөйәр, телһөйәр итеп тәрбиәләү эшен алып барам. Белемемде камиллаштырыу өҫтөндә өҙлөкһөҙ эшләйем.
Уҡытыусы һөнәрен яратып башҡарам,һәр уҡыусыма ышаныслы ҡараш менән ҡарайым.
Йәмғиәт эштәрендә лә ҙур теләк менән ҡатнашам.”Инеш” вокал ансамбленең солисты булараҡ бөтә концерттарҙа актив ҡатнашып барам.Төрлө байрамдарҙа, кисәләр һәм осрашыуҙар үткәреү,мәҙәни сараларҙа ҡатнашыу – былар бөтәһе лә минең яратып башҡарған эштәрем.
Башкортостан горжусь тобою
Сияньем радостных твоих огней
Твоею славою, твоей судьбою,
Тобой, прекрасной родиной моей.
Яңылыҡтар
11 класс уҡыусылары Өфө ҡалаһында сәйәхәттә.
Уҡыусылар файҙалы мәғлүмәт алды, бик күңелле оҫталыҡ дәрестәрендә булды.
УГНТУ беҙҙе ихлас күңелдән ҡаршы алды.
Уҡыусылар экскурсияның махсус программаһын һайлап алып бик күңелле һәм файҙалы көндәрен үткәрҙе.Улар үҙҙәрен студент урынында булып ҡарауға  ҡыуанды.
Тәбиғәт һәм кеше институтына сәйәхәт
Уҡыусылар генетика һәм фундаменталь медицина кафедраһының  лабораторияһында бик ҡыҙыҡлы мәғләмәттәр менән танышты.Уҡыу йортона инеү тураһында һорауҙарын бирҙе. Зоология музейындағы экскурсия яҡшы тәьҫораттар ҡалдырҙы.
11 класс уҡыусылары Салауат Юлаев һәйкәле янында
Һәр миҙгелдең үҙ матурлығы була. Салауат Юлаев һәйкәле янында ла көҙгө матурлыҡҡа һоҡланып бөткөһөҙ.
Берҙәмлектә көс
"Берҙәмлек беҙҙә" тигән фестиваль- конкурс үтте. Был сарала һәр класс үҙенең халҡын күрһәтте.Мари халҡында ҡунаҡты нисек ҡаршы алыуын 11 а класс уҡыусылары бик яҡшы еткерҙе. Һөҙөмтәләр буйынса беҙҙең класс 1-се урын яуланы. Афариндар!!!
Борайҙа класс етәкселәре форумы
Башҡортостан Республикаһының Борай районындағы класс етәкселәре форумы уңышлы үтте. Социаль селтәрҙә уҡытыусының имиджын күтәреү буйынса файҙалы кәңәштәр, позитив атмосфера алдағы эшмәкәрлеккә дәрт өҫтәне.

Минең эш тәжрибәм.


Башҡорт теле туған тел һәм дәүләт теле булараҡ өйрәнелә. Уҡыусылар уны ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ғорурланып өйрәнәләр. Башҡорт теленең йомшаҡ телен тойоп, халҡыбыҙҙың быуаттар буйына йәшәп килгән ғөрөф-ғәҙәттәрен үҙләштерәләр. Башҡорт телен ерле материалға таянып өйрәнеү илебеҙҙең мәнфәғәттәрен тәрәнтен аңлап эш итеүсе, ижадҡа һәләтле, заманға белемле шәхестәр тәрбиәләүгә юл аса. Күңелеңдәге изге уйҙарыңды әйтеп биреү өсөн дә тел кәрәк. Эшләгән эшеңде аңлатыу, дуҫтар яулау өсөн дә тел кәрәк.

Илдәр алға барһын өсөн, донъялар тыныс булһын өсөн тылсымлы һүҙҙәрҙе белеү кәрәк. Телдең тылсым көсөн баһалап бөтөргөһөҙ!

Һәр уҡытыусының үҙ алымдары, үҙ һүҙе бар. Класты әүҙем эшмәкәрлеккә йәлеп итһәң генә дәресең маҡсатҡа ирешкәнен аңлайһың.

Һәр дәрес һайын һүҙлек эше үткәрелә. Дәрестең был этабын мин төрлөсә үткәрергә тырышам.

1. Һүҙҙәрҙе башҡорт телендә яҙып ҡуям, балаларҙы бер аҙ уйландырам. Улар үҙҙәренең аңлатмаларын бирәләр, һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр уйлап табалар.

2. Һүҙҙәрҙе һүрәт ярҙамында аңлатыу. Һүрәтте экранда күрһәтәм, балалар һүҙгә аңлатма бирәләр. Мәҫәлән: ҡамсы һүрәте (ҡамсы), йәймә (әсәй йәймә йәйгән һүрәт).

Дәрестә үтеләсәк программа материалын проблемаларға бүлеп, үткән дәрес менән бәйләп, балаларҙың яуаптарына, ҡараштарына, фараздарына өлгәшәм. Мәҫәлән: Теҙмә ҡушма һөйләмдәрҙе үткәндәң һуң, эйәртеүле һөйләмдәр менән танышыуҙы проблеманан башлау мөһим роль уйнай.

Уҡыусылар һөйләмдәрҙең грамматик яҡтан бәйләнеүен билдәләй. Бер һөйләмдән икенсе һөйләмгә һорау ҡуйып булыуын асыҡлай.

Уҡытыусы һәр ваҡытта ла ижади эҙләнеүҙә булырға тейеш. Мәҫәлән: 5-6 кластарҙа уҡыусыларҙы яттан шиғыр яҙҙырғанда ошондай алым ҡулланыу яҡшы һөҙөмтәгә килтерә.

Әсәй менән гөл ултырттыҡ,

Гөлдәр хуш еҫ тарата.

Матурым тип, үҫкәнем тип,

Әсәй мине ярата.

Өлкәнерәк кластарҙа башҡорт теле дәресендә терәк схемаларға таянып эш итәбеҙ. Һәр тел дәресенең темаһын схемаға һалырға өйрәтәм.

Уҡыусы компьютер менән эшләү күнекмәһен камиллаштыра, ваҡыт яғынан да ота. Интернет селтәренән файҙаланыу мөмкинлеге тел, әҙәбиәт, мәҙәниәт өлкәһендәге ҡаҙаныштар, яңылыҡтар менән танышыу, уларҙы ҡулланыуҙа ҙур роль уйнай. Был эштәр юғары кластарҙа семинар, конференциялар үткәргәндә, ижади һәм фәнни-тикшеренеү эштәрен ойошторғанда отошло.

Сығыш яһағанда уҡыусылар үҙҙәренең презентацияһын ҡулланып һөйләйҙәр. Мәҫәлән, 9 класта “Башҡортостан рус ғалимдары һәм яҙыусыларының әҫәрҙәрендә” тигән темаға уҡыусылар презентациялы сығыштарын әҙерләйҙәр.

Тәнҡитле фекерләү технологияһын дәрестең һәр этабында ҡулланыу отошло. Был технологияның алымдарын ҡулланғанда уҡыусы эше баһаланмай.

1. Кластер төҙөү. “Кластер” һүҙе (“пучок”, “гроздь”) бәйләм, тәлгәш, шәлкем тип тәржемә ителә. Ул график системалаштырыу. Уның ярҙамында хаос (буталсыҡлыҡ) тыуҙырыу уҡыусынан интеллектуаль көсөргәнешлек талап итә. Мәҫәлән, уҡыусылар темаға ҡағылышлы белемдәрен барлап, уны асыҡлаусы һүҙ, һүҙбәйләнештәрҙе айырым ҡағыҙға яҙалар, һөҙөмтәлә, һүҙҙе, теманы, төшөнсәне асыҡлаусы бик күп информация йыйыла һәм бөтә яуаптарҙы ла уҡытыусы таҡтаға яҙа бара.

Әсәй ниндәй сифаттарға эйә?

2. Тәнҡитле уҡыу алымы.

Шиғырҙы түбәндәге тамғалар ҡуйып уҡырға.

? – һорау тыуҙы

ü – билдәле

+ – яңылыҡ белдем

Ҡайһы өлөштәргә ниндәй тамға ҡуйыр инегеҙ?

Ниндәй тамға менән билдәләнгән урынды бөгөнгө тема менән бәйләп була?

Мәҫәлән, Мостай Кәримдең биографияһын тәнҡитле уҡыу ярҙамында үҙләштергәндә һуғыш менән бәйле урынын “Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа” шиғыры менән бәйләп була.

3. Синквейн – француз һүҙе, биш тигәнде аңлата. Был осраҡта биш юлдан торған бәйләнешле шиғыр килеп сығырға тейеш.

1. Теманы асыҡлаусы 1 исем (Әсәй)

2. Предметты баһалаусы 2 сифат (Көслө, үлемһеҙ)

3. Предметҡа хас булған 3 ҡылым (Йылыта, йәшәй, һүнмәй)

4. Теманың эстәлеген асыусы фраза (Әсәй – милләтте дауам итеүсе)

5. Һығымта (резюме) (Өлгө)

Синквейн – дәрестә алынған информацияны, аңлатмаларҙы йомғаҡлау өсөн ҡулланылған көслө алым. Был алымды ҡулланыу дәрестә яҡшы атмосфера булдырырға булышлыҡ итә, уҡыусыларҙың телмәрен үҫтерә.

Дәрестәрҙә темаға ярашлы уйын алымдары ҡулланыу отошло. Мәҫәлән, 6 класта “Кем тиҙерәк тауға менә?” уйыны аша кроссворд сисеп, тау исемен билдәләп була. Тел дәрестәрендә фонетик, грамматик, лексик уйындарҙы ла ҡулланып материалды йәнләндерергә була.

Балаларҙа тыуған яҡҡа һөйөү тәрбиәләү, яҡташ яҙыусылар ижадына ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатында дәрестәрҙә ерле материал ҡулланып эшләргә тырышам.

Файыҡ Мөхәмәтйәнов, Рафиға Усманова шиғырҙары тураһында һүҙ йөрөтәбеҙ.

Тыуған яҡ темаһына инша әҙерләгәндә беҙ “Ауылым тарихы” папҡаһын ҡулланабыҙ.

Ш.Бабич, Н.Нәжми менән танышҡанда, уларҙың шәжәрәләрен Борайҙа йәшәүсе нәҫел ебе менән бәйләү. Үрҙә һаналып киткән эш алымдары уҡыусыларға төплө белем биреүгә, телмәрен үҫтереүгә, тыуған илгә һөйөү тәрбиәләргә, ҡыҙыҡһыныу уятырға булышлыҡ итә.

Уҡыусыларымдың күҙҙәрендә осҡон яныуы, төрлө конкурстарҙа ҡатнашыуы эш тәжрибәмдең һөҙөмтәһе булып тора.

Уҡытыусының төп маҡсаты – белемле, әҙәпле, милли рухлы, туған теленә ихтирамлы, йәмғиәткә файҙалы граждандар әҙерләү. Уҡытыусы һәр көн һайын ижади эҙләнеүҙә эшен дауам итергә, тормошҡа ашырырға тейеш.

Мәктәп тормошо һәм ижади уңыштар.
Школьные будни и научная деятельность учеников
This site was made on Tilda — a website builder that helps to create a website without any code
Create a website